Фәрештә шайтан. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Әй маҡтайҙар инде үлтереп -
Ҡанат таҡһаң, төптө фәрештә;
Ҡайсаҡ хатта ҡурҡып кителә -
Сөйөп ҡуймаһындар ғәрешкә!

Әй хурлайҙар һүҙен йәлләмәй:
Шайтан ғына - әҙәм һыны юҡ,
Унан яман ерҙә табылмаҫ,
Изге эшкә өнө-тыны юҡ.

Бер үк кеше хаҡында тиһәм,
Аптырап та ҡалмағыҙ иллә:
Кем хаҡында түгел, кем һөйләй,
Ни маҡсаттан йәнә төйөнләй:
Бик йыш ҡына шунда - бар ғиллә!

  • Ғәреш: ғәрешкә сөйөү - ныҡ маҡтау, күккә сөйөү

2014